Ҡайғырып дошманды һөйөндөрмә!
Ҡайғырып дошманды һөйөндөрмә! Аллаһы Тәғәлә ҡайғыны еңеләйтә, борсолоуҙарҙы тарата. Ауырлыҡтарҙан һуң — еңеллек, ғазапланыуҙарҙан һуң — йыуаныс, ҡурҡыуҙан һуң именлек килер. Аллаһы Тәғәлә ишетеүсе һәм доғаларға яуап биреүсе. Шуға юҡ-барҙы уйлап ҡайғырмағыҙ, дуҫтар. Түбәндәге кәңәштәрҙе хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. ✔️Ҡайғырыу юғалтҡанды ҡайтармай, йәне сыҡҡанды терелтмәй, яҙылғанды үҙгәртмәй, һиңә ҙур файҙа килтермәй. ✔️Ҡайғы дошманды һөйөндөрә, дуҫтың күңелен төшөрә, көнсөлдәргә шатлыҡ өҫтәй, хаҡлыҡтан күҙҙе һуҡырайта. ✔️Ҡайғырма, ауырыу бөтә, ауырлыҡ китә, гонаһ ғәфү ителә, тотҡон азат ителә, яманлыҡ ҡылыусы тәүбә итә, фәҡир ризығын таба. ✔️ Ҡайғы йөрәкте үлтерә, йөҙҙөң нурын һүндерә, өмөт ҡанатын һындыра. ✔️Ҡайғырып, изгелек ҡылыуҙан туҡтама, сөнки изгелек ҡылыу бәхеткә бер юлдыр. Кеше хәлен еңеләйтеүсенең хәлен Аллаһы Тәғәлә еңеләйтә. "Ҡәрҙәшен ҡайғыртҡан кешене Аллаһы Тәғәлә ҡайғыртыр", — тиелә хәҙистә. ✔️Аҡсаң етмәүгә, ярлы булыуына ҡайғырма, һиндә Ҡөръән, зикер, доға, намаҙ, саҙаҡа һәм башҡа шундай ҙур байлыҡтар бар. ✔️Ҡайғырма, иманың булһа, ҡайғы ла, шатлыҡ та, байлыҡ та, мохтажлыҡ та, ауырлыҡ та, рәхәт тэ һиңә хәйер-файҙа килтерә. Пәйғәмбәребеҙ: "Мосолман кешенең хәле ғәжәп, уның өсөн һәр нәмә лә хәйерле. Шатлыҡ килһә, шөкөр итә, был уға хәйерле була. Ҡайғы килһә, сабыр итә, был да уға хәйерлелек булып ҡайта", — ти. ✔️Ҡайғырма, бәлки ошо ауырлыҡ артында һинең өсөн хәйерлелек яталыр. Һиңә нимә насар, нимә яҡшы икәнен бер Аллаһы Тәғәлә генә белә.