Доғанан һуң «Әмин» тип әйтеү кәрәкме?
Доғанан һуң «Әмин» тип әйтеү кәрәкме? Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһис-сәләм былай тигән: «Фатиха» сүрәһен уҡығас йәки доға тамамланғас, Ҡөрьән уҡыусы «Әмин» тиһә, һеҙ ҙә, уны тыңлаусылар, «Әмин» тип әйтегеҙ. Сөнки фәрештәләр ҙә быға «Әмин» тиҙәр. Әгәр берәй кешенең «Әмин» тиеүе фәрештәләрҙең «Әмин» тиеүенә тап килһә, Аллаһ уның үткән гонаһтарын кисерер». Был «Фатиха» сүрәһен уҡығандан һуң «Әмин» тип әйтеүҙең намаҙ менән генә сикләнмәүен асыҡ күрһәтә. Был сүрәне ҡасан ғына уҡыһаң да, уны уҡыусыға ла, тыңлаусыға ла «Әмин» тип әйтеү хуплана, йәғни сөннәт булып һанала. Шулай уҡ икенсе бер хәҙис «Әмин» һүҙенең һәр төрлө доғаны тамамлау өсөн әйтелеүен асыҡ аңлата. «Әмин» һүҙен «Эй, Аллаһы Тәғәлә, доғамды ҡабул ит» тип тәржемә итергә мөмкин.