Орлоҡ сәскәндә, үҫентеләр ултыртҡанда ошо доғаларҙы уҡығыҙ
Орлоҡ сәскәндә, үҫентеләр ултыртҡанда ошо доғаларҙы уҡығыҙ Сәсә, ултырта башлар алдынан «Әғүҙү билләһи минәш шәйтанир-ражим, бисмилләһир рахмәнир-рахим» тип әйткәс, түбәндәге сүрәләр уҡылыр. Әғүҙү билләһи минәш шәйтанир-ражим Бисмилләһир рахмәнир-рахим Әфәра-әйтүм-мәә тәхруҫүүүүн. Ә-әңнтүм тәзрағүүнәһүү ән-нәхнү-з-зәәриғүүүүн] («Әл-Ваҡиға» сүрәһе, 63-64-се аяттар). Мәғәнәһе: Таш менән ҡыуылған шайтандан Аллаһҡа һыйынам. Шәфҡәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән «Сәскән нәмәгеҙҙе күрҙегеҙме? Уны һеҙ үҫтерәһегеҙме, әллә Беҙме? «Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәдиү үә ғәлә әлиһи үә әсхаабиһи әджмәғин» Тәржемәһе: «Йә Аллаһ! Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләмгә һәм уның әһеленә үә сәхәбәләренә, өммәтенә рәхмәттәреңдең иң өҫтөнлөгө менән рәхмәт әйлә». Үәрзүкъ(о)нәә ҫәмәраһүү Үә-жәғәлнәә ли-әнғъүмикә минә-ш-шәәкириин. Ләә хәүлә үә ләә ҡууәтә илләә билләәһил- ғәлиййил-ғәҙыыйм. Мәғәнәһе: Беҙҙең сәскәндәребеҙҙең емеше менән ризыҡландыр һәм беҙҙе ниғмәттәреңә шөкөр иткән ҡолдарың ит, Раббым. Аллаһтан башҡа һаҡлау һәм көс юҡтыр. Аллаһы Тәғәлә бөйөк һәм ғәзиз.