Исламда музыка тыңлау рөхсәт ителәме?
Исламда музыка тыңлау рөхсәт ителәме? ✅Йыр тыңлау күп ислам ғалимдары тарафынан хупланмай. Ни өсөн тигәндә, уның да төрлөһө була. ✅Күңелдә дәрт, агрессия уята, нәфсене арттыра, йә иһә күңел төшөнкөлөгөнә килтерә торғанды тыңларға ярамай. Көй, һүҙҙәре, ата-әсәгә, ватанға һөйөү хисе, рухи яҡтан байыта торған йырҙарҙан зыян булмаҫ. ✅Пәйғәмбәребеҙ дөңгөр кеүек уйын ҡоралдарын уйнап, күңел асыуҙы тыймаған, ләкин һәр бер нәмәлә саманы белеү кәрәк. Фарыз ғәмәлдәрҙе үтәмәйенсә, донъяны онотоп, мөкиббән китеп, музыка тыңлау яҡшыға илтмәй.
1 029 просмотров