Сәхәргә йоҡлап ҡалһаң, нимә эшләргә?
Сәхәргә йоҡлап ҡалһаң, нимә эшләргә? Ҡайһы берәүҙәрегеҙ сәхәргә йоҡлап ҡалғаны ла барҙыр. Был көндө бер нәмә лә ашамаған көйөнсә ураҙа тотоуҙы дауам итәһегеҙ. Сәхәр ашамау - ураҙа тотмау өсөн сәбәп түгел. Хатта кисен ифтар ашамаһығыҙ ҙа, аҙаҡ иртән сәхәргә тора алмаһағыҙ ҙа, барыбер фарыз ураҙаны мотлаҡ тоторға тейешһегеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, күп кенә кеше сәхәр мәлен ваҡыты- ваҡыты менән йоҡлап ҡала. Был ғәҙәти хәлдән ҡурҡмағыҙ.
145 просмотров