Ифтарға саҡырһалар, бармаһаң, гонаһ буламы?
Ифтарға саҡырһалар, бармаһаң, гонаһ буламы? Был һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм саҡырған ифтарға барырға ҡушҡан. Уның бер хәҙисендә: "Саҡырған ергә сәбәпһеҙ бармаған кеше миңә ҡаршы килгән була", - тиелә. Был бер сәбәпһеҙ баш тартыусыларға ҡағыла. Әгәр ҙә ауырыйһығыҙ, эш йәки башҡа етди сәбәптәр бар икән, саҡырған кешегә рәхмәт әйтеп, килә алмауығыҙҙы аңлатығыҙ. Туғандар, күрше-күлән саҡырһа, барырға тырышығыҙ,туған, күрше хаҡы ла, үҙ-ара дуҫлыҡты, берҙәмлекте нығыта.
137 просмотров