Перейти к содержимому
Максиметер

Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын!

Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! ✅«Иман килтергән кешеләр тураһында нәфрәт уята торған хәбәрҙәр таратырға яратыусы кешеләргә интектергес ғазап, донъяла һәм әхирәттә. Аллаһ белә бит, ә һеҙ белмәйһегеҙ!» («Нур» сүрәһе, 24: 19). ✅Шулай уҡ хәҙистә: «Аллаһтың ҡолдарын рәнйетмәгеҙ, мәсхәрә итмәгеҙ һәм уларҙың етешһеҙлектәрен эҙләмәгеҙ. Кем мосолман ҡәрҙәшенең етешһеҙлеген табырға тырышһа, Аллаһ уның үҙенең етешһеҙлеген эҙләр һәм өйөнөң эсендә үк фашлап ҡуйыр» (Имам Әхмәт риүәйәт итте). ✅Һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ, фани донъя ҡотҡоһона бирелеп, бер-беребеҙҙе рәнйетмәйек, изге уйҙа, ниәттә генә йәшәйек. ✅Һәр беребеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ике донъя бәхете насип итһен, балаларыбыҙ, яҡын кешеләребеҙ гел генә ҡыуандырып торһон. Донъялар тынысланып, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ 🤲. Әмин🤲!

132 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 864 подписчиков

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.