Һорау – яуап
Һорау – яуап «Бала һөйләшмәһә ниндәй доға уҡырға?» Насар һөйләшкән йәки бөтөнләй һөйләшмәгәндәргә “Та-һа” сүрәһенең 25-28-се аяттары уҡырға ҡушыла. 25. Раббишрах лии садрии. 26. Үә йәссир лии әмрии. 27. Үәхлүл ғүҡдәтән мин лисәәнии. 28. Йәфҡаһү ҡаулии. Мәғәнәһе: 25. Раббым, күкрәгемде киңәйт (Миңә ҡеүәт бир). 26. эшемде ҡулай ит. 27. телемде сис (оҫта һөйләү һәләте бир) 28. Һүҙемде яҡшы аңлаһындар.
876 просмотров