Аҡ көндәр ураҙаһы хаҡында хәҙистәрҙә нимә тиелә?
Аҡ көндәр ураҙаһы хаҡында хәҙистәрҙә нимә тиелә? Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм: «Һәр айҙағы өс көнлөк ураҙа йыл буйы тотолған ураҙаға тиң» (Әл-Бохари, Мөслим, сахих хәҙис). Ибн Ғәббәс сәхәбә иһә шулай тигән: «Аллаһ рәсүле саллаллаһу ғәләйһиссәләм аҡ көндәрҙә ураҙа тотор ине: өйҙә булғанында ла, сәфәрҙә лә». Аҡ көндәрҙә бер көн тотҡан ураҙаға ун көнлөк сауап яҙыла, өс көнлөк ураҙаға бер айлыҡ сауап яҙыла. Шулай итеп, һәр ай һайын өсәр көн тотһаң, бер йыл буйы ураҙа тотоу сауабына ирешәһең ин шәә Аллаһ.
672 просмотров