Ә һеҙ, дуҫтар , инжир яратаһығыҙмы?
Ә һеҙ, дуҫтар , инжир яратаһығыҙмы? Инжир тән температураһын төшөрөргә, йөрәкте нығытырға, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртырға ярҙам итә. Составында ҡанды көйләүсе һәм уның ҡуйырыуына юл ҡуймаусы эфир майҙары булғанға, инжирҙы икенсе төрлө «аспирин» тип тә атайҙар. ✔️ Бер ай дауамында көн һайын берәр инжир ашарға кәңәш итәләр. Дауалау курсын бер айҙан һуң ҡабатларға мөмкин. ✔️ Тән температураһы юғары булғанда, ангина һәм бронхит ваҡытында бер аш ҡалағы ваҡлап туралған инжирға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут самаһы талғын утта ҡайнаталар. Һуңынан һөҙөп алып, көнөнә дүрт тапҡыр эсәләр. ✔️ Хәлһеҙлек һәм арығанлыҡ тойолғанда, бер стакан йылы һөткә инжир һалып эсергә мөмкин.