🌿 Юғары ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итеүсе үләндәр🌿
🌿 Юғары ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итеүсе үләндәр🌿 🍃 Энәлек (боярышник) Сәскәләре һәм емештәре составында флавоноидтар, А, С, К, Е витаминдары, макро- һәм микроэлементтар бар. Ул ҡан тамырҙарына йомшаҡ тәьҫир итеп, уларҙың киңәйеүенә булышлыҡ итә, ағзаларҙы кислород менән тәьмин итеүҙе яҡшыртырға һәм «насар» холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә. 🌿 🍃 Ромашка Йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, йөрәк тибешен бер аҙ әкренәйтергә һәм стресс, нервы көсөргәнешлеге менән бәйле ҡан баҫымы үҙгәрештәрен кәметергә ярҙам итә. 🌼 🍃 Ҡара миләш (черноплодная рябина) Ҡан баҫымын кәметергә һәм ҡан тамырҙарындағы елһенеүҙе аҙайтырға ярҙам итә. Айырыуса уның емештәре ҡиммәтле тип иҫәпләнә. 🫐 🍃 Кейәү үләне (чабрец) Ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе һәм бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә булыуы арҡаһында ҡан баҫымын кәметергә булышлыҡ итә. 🌱 🍃Һары мәтрүшкә (зверобой) Тәбиғи адаптоген булараҡ билдәле. Уның төрлө файҙалы үҙенсәлектәре бар, иммун системаһына ярҙам итә, вирус һәм бәшмәк организмдарына ҡаршы тороуға булышлыҡ итә, шулай уҡ ҡан баҫымына тәьҫир итеүе мөмкин. 🌿