Перейти к содержимому
Максиметер

Көҙ көнө ағас-ҡыуаҡтарға санитар ҡырҡыу ҙа үткәрелә

Көҙ көнө ағас-ҡыуаҡтарға санитар ҡырҡыу ҙа үткәрелә Был эште көслө ҡырауҙар төшмәҫ элек башҡарығыҙ. Сөнки ҡырауҙа ағастар муртыҡ-тиҙ һыныусан була. ✔️Ағас -ҡыуаҡтарҙың кибеп ҡорой башлаған, яртылаш һынған, сир төшөп зарарланған ботаҡтарын, үргенделәрен йәлләмәй ҡырҡығыҙ. ✔️Шулай уҡ ағас-ҡыуаҡтың эсенә, сатырына ҡарай , ҡушылып үҫкән ботаҡтарҙы ла ҡалдырмағыҙ. Тик ағастарҙы үткер ҡырҡҡыс менән, ҡабығын һыҙырмай, тигеҙ итеп ҡырҡығыҙ. ✔️Дөрөҫ ҡырҡылмаған ботаҡтарҙа ла төрлө бәшмәк ауырыуы таралырға ғына тора. Шуға ҡырҡылған урындарҙы 1 литр һыуға 1 балғалаҡ баҡыр купоросын (медный купорос) һалып иҙгән шыйыҡса менән эшкәртегеҙ. Был фунгицидтан һуң ҡырҡылған урынға баҡса варын һөртөгөҙ.

1 762 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 690 подписчиков

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.