Уңышҡа нигеҙ әле һалына
Уңышҡа нигеҙ әле һалына Һеҙгә Әлфиә апайҙың кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ. Көҙҙөң тәүге айында баҡсалағы уңышты йыйып алғандан һуң да унда эштәр бөтмәй әле.Киреһенсә, тап ошо мәлдә киләһе йыл уңышына нигеҙ һалына. Емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары имен ҡышлаһын өсөн һалҡын миҙгелгә уларҙы дөрөҫ әҙерләргә кәрәк. ✔️Ағас-ҡыуаҡтарҙың ҡойолған япраҡтарының береһен дә ҡалдырмай, йыйып алығыҙ. ✔️Әгәр уларҙа ниндәйҙер сир билдәләре күренмәһә, япраҡты күп йыллыҡ сәскәләр һәм ҡыуаҡтарҙы ҡаплау өсөн файҙаланырға йәки компост түтәленә һалырға мөмкин. ✔️Ә инде парша йәки бүтән сир күренһә, бындай ағастарҙың япраҡтарын яндырып юҡ итегеҙ. Сөнки улар төрлө бәшмәк ауырыуы һәм зарарлы бактерия тарата. ✔️Шулай уҡ ағаста эленеп торған, ергә ҡойолған серек емештәрҙе лә бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйып түгегеҙ. Улар ҡалһа, монолиоз сиренең киләһе йылда ла таралыуына килтереүе ихтимал. ✔️Шулай уҡ ағастарға ҡуйылған "ловчий пояс"тарҙы ла тағатып алып, яндырығыҙ. Улар күп тапҡыр ҡулланыла торған, йәғни туҡыманан булһа, йыуып, һаҡлауға һалығыҙ.