Әсе боросто һөттә ҡайнатып эскәнегеҙ бармы?
Әсе боросто һөттә ҡайнатып эскәнегеҙ бармы? ✅Күптәр әсе боростоң файҙаһын белмәй. Ул витаминдарға бай, етмәһә, микробтарҙы ла үлтерә. Бер һүҙ менән: тәбиғи антибиотик ул. Нисек эсергәме? ✅Бәләкәй ҡыҙыл борос киҫәген алып (анальгин ҙурлығында) бер стакан һөткә һалып ҡайнатығыҙ. Унан боросон алып, ҡайнар һөттө йоҡларға ятҡанда эсегеҙ. Иртән яңы тыуған кеүек уянырһығыҙ. Боросло һөт ауырыуҙы ҡыуып ҡына ҡалмай, ә организмға көс тә бирә.
3 870 просмотров