🌿Ҡыярҙың ниндәй сорттарын үҫтерәһегеҙ, дуҫтар?
🌿Ҡыярҙың ниндәй сорттарын үҫтерәһегеҙ, дуҫтар? ✅Ҡыярҙарҙың ошо сорттары бигерәк мул уңыш бирә. “Зозуля F1” сортын сәсһәгеҙ, 1 квадрат метрҙан 20 килограмға тиклем уңыш алып була. Ҡыярҙары 300 грамм тирәһе, оҙонлоҡҡа 22-24 сантиметр. ✅“Мурaшкa F1”. Иртә уңыш бирә. Теплицала 1 квадрат метрҙа 12 килограмға тиклем уңыш бирә. Ҡыярҙары 12 сантиметр тирәһе. ✅“Сибирскaя гирляндa F1”. Бер төптән 15-тән 30 килограмға тиклем уңыш алырға мөмкин. Ҡыярҙары артыҡ ҙур түгел, тәмле. “Емеля F1”. 1 квадрат метрҙа 16 килограмға тиклем уңыш бирә. Теплицала, пaрникта, балконда һәйбәт үҫә. ✅“Мaтрицa F1”. Иртә уңыш бирә, утыртҡандан һуң бер айҙан тәүге ҡыярҙарҙан ауыҙ итергә мөмкин. Был сорт теплица өсөн. 🌿Баҡсасылар “Клавдия”, “Маша”, “Герман”, “Московский деликатес”, “Маринда F1”, “Кураж” сорттарын да яратып үҫтерә.