👁️ Иртән тороуға күҙ ҡабағы шешенһә, нимә эшләргә?
👁️ Иртән тороуға күҙ ҡабағы шешенһә, нимә эшләргә? Иртән торғас күҙ ҡабағының шешенеүе йыш осрай. Быға организмда артыҡ шыйыҡса йыйылыуы сәбәпсе була. Күҙ тирәһендәге тире бик нәфис булғанлыҡтан, шеш тәү сиратта шунда күренә. 📌 Төп сәбәптәр ❗Тоҙло һәм әсе ризыҡтарҙы күп ашау; ❗Алкоголь ҡулланыу; ❗Йоҡо етмәү; ❗Компьютер, телефон экранына оҙаҡ ҡарау; ❗Ултыраҡ тормош рәүеше; ❗Аллергия, гормональ үҙгәрештәр йәки бөйөр ауырыуҙары. ⚠️ Әгәр шешенеү йыш ҡабатланһа, табипҡа мөрәжәғәт итеү мөһим. 🌿 Өй шарттарында ярҙам итеүсе саралар ✅ Иртәнсәк тоҙһоҙ һоло йәки дөгө бутҡаһы ашағыҙ. ✅ Кисен шыйыҡса эсеүҙе кәметегеҙ, күберәген көндөҙ эсегеҙ. ✅ Ас ҡарынға ташҡабаҡ йәки кишер һуты эсегеҙ. ✅ Аллергия булмаһа, бер ҡалаҡ бал ашап, артынан һыу эсегеҙ. ✅ Һыуытылған ҡара сәй, ромашка йәки шалфей төнәтмәһенән компресс яһағыҙ. ✅ Ҡырылған ҡыяр йәки картуфты күҙгә 10–15 минут һалығыҙ. ✅ Йылыраҡ һөт компресы һәм еңел массаж да файҙалы.