Мунса яратыусыларға Әлфиә апайҙан кәңәш:
Мунса яратыусыларға Әлфиә апайҙан кәңәш: «Мунса яратыусыларға бер скраб рецебын тәҡдим итәйем әле.Тигеҙ күләмдә аш тоҙо менән аш содаһын берәй һауытҡа һалып, ҡалаҡ йәки венчик менән яҡшылап бутағыҙ ҙа ҡапҡаслы һауытҡа ауҙарығыҙ. Мунсала битегеҙҙе, тәнегеҙҙе һабынлағас, ҡулығыҙға тәнде ышҡый торған махсус бирсәткәне кейеп, ошо скраб менән ышҡығыҙ.Тирегеҙ үлгән күҙәнәктәрҙән арынып, шымарып китер. Мин был скрабты мунса инмәгәндә битте таҙартыу өсөн аҙнаһына 2 тапҡыр ҡулланам. Булһа, самалап бал ҡушып та ебәрергә мөмкин.Балһыҙ ҙа шәп».