⚡️Гел йоҡо килеп йонсотһа...
⚡️Гел йоҡо килеп йонсотһа... Күптәребеҙ тиҙ арыуға, гел йоҡо баҫыуға зарлана. Хатта ҡәһүә (кофе) эсеү ҙә көс өҫтәргә ашыҡмай. Хроник арығанлыҡтан нисек ҡотолорға һуң? Түбәндәге тәбиғи ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ 🌿. ✨ Әстерхан сәтләүеге, лимон һәм бал ҡатнашмаһы Бер стакан әстерхан сәтләүегенә ваҡ ҡырғыстан ҡырылған бер лимон һәм бер стакан бал ҡушып яҡшы итеп болғатығыҙ. Әҙер ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр, берәр аш ҡалағы ҡабып алығыҙ. Был организмға көс һәм дәрт өҫтәргә ярҙам итә. 🍇 Виноград — тәбиғи энергия сығанағы Ашарҙан ярты сәғәт алда бер ус виноград ашағыҙ. Виноград организмды дәртләндерә, хәлде яҡшырта. 🥛 Аҡ сәскәле (ромашкалы) һөт - тынысландырыусы эсемлек Бер стакан һөткә бер сәй ҡалағы ромашка һалып, утҡа ҡуйығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, уны 10–15 минут талғын утта тотоғоҙ. Һуңынан һыуытып, һөҙөп алығыҙ ҙа бер аш ҡалағы бал ҡушығыҙ. Был эсемлекте йоҡларға 40 минут ҡалғас эсһәгеҙ, ул тынысландыра, яҡшы ял итергә ярҙам итә.