🌿Ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡурҡытҡан сәскәләр
🌿Ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡурҡытҡан сәскәләр Ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡурҡытҡан, файҙалыларын йәлеп иткән сәскәләр ҙә бар. Улар матур ҙа, шул уҡ ваҡытта файҙалы ла. Ҡайһы бер сәскәләр зарарлы бөжәктәр оҡшатмаған матдәләр бүлеп сығара. Уларҙы йәшелсә янына ултыртыу һәйбәт, һеҙгә лә эш кәмейәсәк. 🌺Бәрхәт сәскәһе (Бархатцы) — баҡсасының төп ярҙамсыһы. Уның еҫе күп ҡоротҡос, зарарлы бөжәктәрҙе ҡурҡыта. Шуға помидор, борос һәм картуф эргәләренә ултыртығыҙ. Көслө еҫле бәркәт сәскәләре генә ярҙам итә, декоратив бәрхәт сәскәләренең еҫе юҡ. 🌺Календула — беткә һәм трипстарға ҡаршы. Бетте ашаусы ҡамҡаларҙы йәлеп итә. Рауза, помидор, ҡыяр янына ултыртыу һәйбәт. Өҫтәүенә, шифалы ла, сәскәләрен киптереп һалып ҡуйығыҙ. 🌺Лаванда — ҡуҙалаҡҡа һәм көйәгә ҡаршы. Көйәне ҡурҡыта, бал ҡорттарын йәлеп итә. Түтәлдәр ситенә һәм теплицаға инеп барған ергә ултыртығыҙ. Күп йыллыҡ. Бер тапҡыр сәсәһең дә, онотаһың. 🌺Настуция – бет өсөн тоҙаҡ. Ҡаптырғыс кеүек эшләй. Бет настурация сәскәһенә килә лә башҡа сәскәләрҙе тыныслыҡта ҡалдыра. Уны төп культураларҙан алыҫыраҡ ултыртығыҙ. 🌺Еҙтөймәнең (пижма) еҫе колорадо ҡуңыҙын һәм кишер себенен ҡурҡыта. Картуф һәм кишер янына ултыртығыҙ. Ҡый үләне кеүек әрһеҙ үҫә.