🌿Һуған орлоғон һайлағанда нимәгә иғтибар итергә?
🌿Һуған орлоғон һайлағанда нимәгә иғтибар итергә? ✅Орлоҡ һатып алғанда уны ипләп кенә бармаҡтарығыҙ менән йомшаҡ ҡына итеп ҡыҫып, еҫкәп ҡарағыҙ. Аҙ ғына булһа ла серек еҫен тойһағыҙ икән, алмауығыҙ хәйерле. Йомшаҡ орлоҡ сирле була. Серек һуғандан сир тиҙ генә башҡаларына тарала. Һуңынан уларҙы ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла ҡалдырып булмай. 🌿Һуғанды сәсер алдынан 🌿Уны сәсер алдынан 1 процентлы марганцовка йәки тоҙ эретмәһендә (1 литр һыуға 1 ҡалаҡ) ике сәғәт тотоп алырға кәрәк. Сәскәндә рәт араһын 15–20 см ҡалдырығыҙ. Иң яҡшы орлоҡтоң диаметры бер сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш.