🌿Өй шарттарында әҙерләнгән ашлама
🌿Өй шарттарында әҙерләнгән ашлама Помидор үҫентеләре нығынып китә алмай ултырһа, ошо төнәтмәне һибегеҙ. ✅Бер ус һуған ҡабығын 1 литр һыуҙа 10 минут ҡайнатығыҙ. Һуңынан һөҙөп, һыуытып, уға 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә, бер ҡалаҡ шәкәр һалып бутағыҙ. 1 стакан төнәтмәгә 3 стакан һыу ҡушығыҙ ҙа помидорҙарға һибеп сығығыҙ. Бындай ашлама менән туҡландырғандан үҫентеләрегеҙ матурайып үҫеп китер. ✅Май айында яңы ғына үҫеп сыҡҡан кесерткәнде йыйып алығыҙ ҙа, мискәгә тултырып, өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ һәм өҫтөнә бер нисә валерианка экстракты тамыҙығыҙ. Бер ни тиклем ваҡыттан был төнәтмә әсей һәм күперекләнеп ағара. Ҡулланыр алдынан 1:10 нисбәтендә һыу ҡушығыҙ. Ҡыуаҡтарығыҙға һибеп сығығыҙ.