Баланды нисек ҡулланырға?
Баланды нисек ҡулланырға? ✅ Балан сәйе һаулыҡты нығыта, тынысландыра. 1 аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1–2 сәғәт төнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 2 тапҡыр 1/2 стакан эсергә. Балан төнәтмәһе ашҡаҙан һутының әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы. 1–2 аш ҡалағы баланды иҙеп, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә. ✅ Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһен тәҡдим итәләр. Ул шулай уҡ гипертонияны, йөрәк ауырыуҙарын, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла. 1 стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 8–10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, 3 аш ҡалағы бал өҫтәргә. Төнәтмәне көнөнә 3–4 тапҡыр 1/2 стакан эсергә кәрәк. Баландан әҙерләнгән тәм-томдар һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә, иммунитетты нығыта. ✅ Бронхиаль астма, йүтәл ваҡытында. Бер аш ҡалағы баланды иҙеп, шуға бер стакан һыу ҡойоп, 1 аш ҡалағы бал өҫтәп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға кәрәк. Шуны яҡшылап болғатып, һөҙөп, ошо шифалы дарыуҙы көн дауамында ашап бөтөрөргә кәрәк. Уны һәр ике сәғәт һайын 1 аш ҡалағы күләмендә ашауҙан да яҡшыһы юҡ.