Ә һеҙ беләһегеҙме әле, дуҫтар?
Ә һеҙ беләһегеҙме әле, дуҫтар? ☀️ D витамины етмәүен күрһәткән билдәләр 😴 Даими арыу тойғоһо — D витаминының түбән кимәле тиҙ арыу һәм оҙаҡҡа һуҙылған хәлһеҙлек менән бәйле. 💦 Артыҡ тирләү — Тән температураһы нормаль булһа ла, маңлай йыш тирләһә, «ҡояш витамины» ☀️ кимәлен тикшертергә кәрәктер. 🦴 Һөйәктәр һыҙлауы һәм мускулдар ауыртыуы — Һөйәк, мускул һәм быуындарҙың ауыртыуы D витамины етмәү билдәһе булыуы мөмкин. — Йыш һыныу һәм йәрәхәтләнеү ҙә витамин етмәүен күрһәтергә мөмкин. 🌙 Йоҡоһоҙлоҡ — D витамины етерлек булыуы сифатлы йоҡоға булышлыҡ итә. 💤 — Йоҡо менән проблемалар йыш ҡабатланһа, витамин кимәлен тикшертергә мөмкин. 🤧 Йыш һалҡын тейеү — D витамины етмәү иммунитетты көсһөҙләндерергә мөмкин. 🛡️ Һөҙөмтәлә организмға вирустарға ҡаршы көрәшеү ауырыраҡ була. 🦠