Барыһын ҡабул итәм.
Барыһын ҡабул итәм. Мин риза. Бар бит башҡалар ҙа зар- интизар. Был ғүмерҙең аҙағы - Йыназа. Һәр кемдең үҙ ризығы. Мин риза. Һәр ғонаһҡа мин беләм Бар яза. Үҙ китабын һәр кеше бит яҙа. Тамуҡтан юҡ ҡотҡарған Бай ҡоҙа. Дәрәжәләр ҡотҡармай Шул оҙаҡ. Ғүмерҙәр көтөп тормай Тиҙ уҙа. Кем һаман аңламаған? Кем һуҙа?
124 просмотров