Ҡаяла — ҡайын.
Ҡаяла — ҡайын. Һыу ташҡан һайын, Таш та ыуала. Йәшәүе ҡыйын. Әммә шул ҡайын, Яҙ килгән һайын, Ҡыуанып үҫә, Табып бер яйын. Ҡайҙан ғына һуң Һура ер һутын? Бөгөн һин һынһаң Иртәгә — утын. Ул донъя ҡото. Һандуғас йорто. Бирә күләгә, Ҡыйһаң урләргә. Ҡаяла ҡайын. Һин дә тап яйын.
83 просмотров