Көҙ сиртә күңел ҡылдарын,
Көҙ сиртә күңел ҡылдарын, Ағастар ҡоя япраҡ. Был көҙҙәр яҡын кеүек тә, Ҡапыл китәм ятһырап. Мең төҫкә донъялар инә, Ҡышҡа инер алдынан. Гүйә, яҡты нурҙар килә Үткән йәшлек таңынан. Мин һаман алға атлайым, Көҙ япраҡтарын йырып. Әйтерһең, тормош башлайым, Ғүмер уңышын йыйып.
67 просмотров