Эҫе икмәк, һөтлө сәй.
Эҫе икмәк, һөтлө сәй. Иҫкә төшә өләсәй. Битендәге һырҙары, Самауырҙың йырҙары, Мейестә бөшкән бәлеш, Мал ҡарауҙар, эш тә эш. Бесәнлек, мәтрүшкәләр, Бергә өйгән күбәләр. Һаҡмарҙа һыу төшөүе, Гармун менән йөрөүе. Тау башына менеүе, Таң атҡанын көтөүе. Йәшлек һаман күңелдә. Йөрәк ҡалды шул илдә.
68 просмотров