Көт мине һәм мин ҡайтырмын.
Көт мине һәм мин ҡайтырмын. Тик һин көт кенә. Көт, моңһоу ямғыр үтһә лә Үҙәктәреңә. Көт ҡарлы бурандарҙа ла, Йәйге эҫелә. Башҡалар көтмәһәләр ҙә Китмәй иҫе лә. Көт мине йыраҡтарҙан Хаттар килмәһә. Көт бөтә көткәндәрҙә Өмөттәр һүнһә. Көт мине һәм мин ҡайтырмын, Бул көслө үҙең. Башҡалар ятлап бөтһә лә, Хушлашыу һүҙен. Әсәйем һәм балаларым, Юҡ тип ышанһын. Дуҫтарым көтөп арығас, Минән бушанһын. Йыйылышып эсһәләр ҙә, Үлгәнгә һанап.. Көт, улар менән бергә. Күтәрмә шарап. Көт мине һәм мин ҡайтырмын. Үлемде еңеп. Кем көтмәгән - шул әйтер Бәхетле, тиеп. Көтмәгәндәр аңламаҫ шул Нисек уттарҙан, Көтөүең генә мине бит Йәнем, ҡотҡарған. Көтөү хаҡын белербеҙ тик Һин һәм мин генә. Һин генә көтә белдең бит. Көттөң һин генә.