28,5 меңдән ашыу баланы тулыһынса яңыртылған мәктәп, балалар баҡсалары һәм колледждар к...
28,5 меңдән ашыу баланы тулыһынса яңыртылған мәктәп, балалар баҡсалары һәм колледждар көтә! Капиталь ремонт 53 белем биреү объектында көтөлә. Республиканың 24 муниципалитетында 41 мәктәп, 6 балалар баҡсаһы һәм 6 колледж төҙөкләндереләсәк. Әле Өфөлә генә 16 мәктәптә ремонт бара. Объекттарҙы тапшырыу өсөн аныҡ ваҡыт билдәләнгән – 1 августҡа тиклем эш тамамланырға тейеш. Ремонт эштәре буяу, төҙөкләндереү менән генә сикләнмәй. Һәр мәктәп ремонттан һуң заманса ҡорамалдар аласаҡ. Әйткәндәй, кластарҙың дизайнын һәм төҫтәрен ата-әсәләр менән уҡыусылар үҙҙәре һайлай.