Мостай Кәрим менән бергә шиғыр уҡыйбыҙ!
Мостай Кәрим менән бергә шиғыр уҡыйбыҙ! 23 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге 158‑се башҡорт гимназияһында "Мостай уҡыуҙары" төбәк‑ара әҙәби‑ижади конкурсының еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү тантанаһы үтте. Гимназияның 6-сы "Ш" класс уҡыусыһы Диана Миңлеәхмәтова (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбүбәкирова Ю. Р.) "Яһалма зиһен ярҙамында Мостай Кәримде һәм уның әҫәрҙәре геройҙарын йәнләндереү" номинацияһында еңеү яуланы! Дианаға киләсәктә лә матур еңеүҙәр, яңы асыштар теләйбеҙ! Афарин! 💥