Балаларға түбәндәге һорауҙарҙы бирегеҙ ҙә... тыныс ҡына көтөгөҙ. — 8 мая 2026 г. в 08:03:04.958
Балаларға түбәндәге һорауҙарҙы бирегеҙ ҙә... тыныс ҡына көтөгөҙ. Бала үҙе яуап бирһен. Һәм был яуаптар һеҙҙе ғәжәпләндерер. 🖋Ҡасан һин үҙеңде ысынлап бәхетле тойҙоң? 🖋Минең ниндәй ҡылығымдан, һүҙҙәремдән һинең кәйефең төшә, йә хатта ҡурҡаһың? 🖋Әгәр беҙҙең ғаиләлә ниҙер үҙгәртеп булһа, нимәне үҙгәртер инең? 🖋Һинең миңә һөйләргә ҡурҡҡан берәй серең бармы? Теләһәң, һөйлә, мин асыуланмаҫҡа һүҙ бирәм. 🖋Ҙурайғас, ниндәй кеше булырға хыялланаһың? (был осраҡта һүҙ һөнәр хаҡында түгел, ә тап кешелек сифаттарын тураһында булһын) 🖋Мин ниндәй һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡулланам? (Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ баланың тормошон, донъяға ҡарашын булдыра - онотмағыҙ) 🖋Әгәр тылсымлы таяғың булһа, был тормошта нимәне үҙгәртер инең?.. ❗Дауамын сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/t-rbi-d-rest-re/2026-05-05/balalar-a-t-b-nd-ge-orau-ar-y-birege-tynys-yna-k-t-g-4675420

