“Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы”нда XХ тапҡыр уҙғарылған “...
“Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы”нда XХ тапҡыр уҙғарылған “Илһам” нәфис һүҙ оҫталары ҡала конкурсының мәктәп этабы үтте. Гимназистарыбыҙҙың илһамланып шиғыр һөйләүҙәре, башҡорт теленә ҡарата ихтирам һәм һөйөү хистәрен иҫбатланы. Уҡыусылар бәйгегә Башҡортостан һәм халыҡтар дуҫлығы тураһында шиғырҙар әҙерләнеләр. Бөгөнгө шиғыр бәйгеһенән һәр кем илһамланып, рухланып таралыштылар. Конкурс еңеүселәре ҡала этабында бәйге тотасаҡтар. Уҡыусыларыбыҙҙың уңышлы сығыш яһауҙарына ышанып ҡалабыҙ. Ижад ҡомарҙары һүнмәһен, илһам шишмәләре тынмай аҡһын, һүҙ көсөн тойоп, туған телебеҙҙә аралашып үҫһендәр. Бәйгегә әҙерләнгән уҡыусыларға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.