❗"Минең икенсе әсәйем" - II этап❗ — 1 мая 2026 г. в 10:47:14.052
❗"Минең икенсе әсәйем" - II этап❗ Хөрмәтле конкурсанттарыбыҙ! 1-се этапҡа ебәргән эштәрегеҙ, конкурс шарттарына яуаплы ҡарағанығыҙ, ижади фекерләүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Баһалама ағзалары мотлаҡ рәүештә һәр этап өсөн төшөрөлгән материалдарығыҙҙы ҡарап сығыр - зинһар, комментарийҙарығыҙҙы юйып ҡуймағыҙ! Ә бөгөн - 1 май, тимәк, конкурстың 2-се этабын башларға ваҡыт! Һәм яңы айҙың темаһы - "Ҡоштар һәм йәнлектәр донъяһы". Балалар менән ошо темаға саралар үткәрәһегеҙме, әкиәт уҡыйһығыҙмы, берәй йола файҙаланаһығыҙмы, шиғыр ятлатаһығыҙмы - барыһы ла тик һеҙҙең фантазиянан тора! Иң мөһиме: балаларға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булһын! Үҙ эшегеҙҙә "Аҡбуҙат" журналын да файҙалана алаһығыҙ! 2-се этап эштәре Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ҡабул ителә - тәүге яҙма агтына комментарий рәүешендә беркетеп ҡуйыуығыҙ һорала! Һорауҙарығыҙ булһа, беҙҙең төркөмгә яҙығыҙ - журнал хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ яуап бирәсәк!

