КӨНГӨРӘ — 5 мая 2026 г. в 09:22:26.645
КӨНГӨРӘ Көнгөрә, көнгөрә, Йылы яҡта көн күрә. Бәпәйен муҡсаһында Йөрөтөүе көлдөрә. Ҡайҙа һатыла икән Шундай ҡупшы муҡсаһы? Тик ултырмай һис кенә: Балаһының шуҡ сағы. Муҡсаһының төбөндә Кәнфиттәр ята микән? Көнгөрәләр балаһын Шулай ярата микән? Сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/shi-ri-k-st-n-s/2026-03-26/rinat-s-l-ym-nov-shi-yr-ary-4673735 Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ, Ф. Туғыҙбаева исемендәге конкурс лауреаты. Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.

