ХЫЯЛДАР ҠАНАТЛЫ БУЛА — 4 мая 2026 г. в 08:03:37.418
ХЫЯЛДАР ҠАНАТЛЫ БУЛА Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә ИҠСАНОВА-БАБИЧЕВАҒА – 75 йәш Нәфирә юрғанын йәтешләп ябынып, апаһына һыйынып ятты. Ошолай арҡаға-арҡа терәп, хыялланып ятырға ярата ул. Алғы яҡта атаһы менән әсәһе нимәлер шыбырҙап һөйләште. Әсәһенең: – Уят, әйҙә, ҡоймаҡ әҙер. Эшкә сыҡмаҫ борон, тамаҡтарын туйҙырып китәйек. Уларға йорт-ҡурала былай ҙа эш күп, – тигәне ишетелде. Атаһының аяҡ тауышы туҡтаны, өйгә гармун моңо таралды. Ошо мәлдәрҙе ныҡ ярата балалар! Һәр береһе урындарынан баштарын ҡалҡытты. Ағалары Фәдис кенә юрғанын бөркәнеп ята. Киске уйындан һуң ҡайтып ятҡандыр. – Апай, – тип терһәге менән эргәһендәге Әминәгә төрттө Нәфирә.– Мин дә, атайым шикелле, гармунда уйнағым килә.. ❗Дауамын сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/stories/2026-03-25/hyyaldar-anatly-bula-4673521 Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА

