❗️ИҒТИБАР! — 29 апреля 2026 г. в 11:07:28.608
❗️ИҒТИБАР! "Минең икенсе әсәйем" конкурсында ҡатнашырға 61 тәрбиәсе теләк белдергән ине. Әммә 1-се этапта беҙ бары 16 тәрбиәсенең эшен ҡабул иттек! Иртәгә, 30 апрель, 1-се этап тамамлана! 1 май көнө 2-се этап темаһы иғлан ителәсәк! Әгәр ҙә эштәрегеҙҙе ошо яҙма аҫтына - https://vk.com/wall-196702306_99799 комментарий рәүешендә беркетеп өлгөрмәһәгеҙ, 2-се этаптан төшөп ҡалыу ҡурҡынысы янай тигән һүҙ! Хөрмәтле конкурсанттар! Ашығығыҙ! Әгәр ҙә ниҙер аңлашылмай икән, беҙҙең төркөмгә яҙығыҙ, һорашығыҙ, яуап бирербеҙ! ☝️Ҡабатлайбыҙ: конкурс эштәре тик беркетелгән яҙма аҫтында ҡуйылырға тейеш! Баһалама ағзаларының эшен еңеләйтеү өсөн, бер урынға йыябыҙ эштәрҙе!

