Һомай саҡыра ҡунаҡҡа! — 29 мая 2026 г. в 12:05:55.408
Һомай саҡыра ҡунаҡҡа! "Китап-байрам"да балаларҙың яратҡан геройы - Һомай ҙа ҡатнаша! Ул балалар менән бергә әкиәт уҡый, бейей, һүрәттәр төшөрә, теләгәндәр менән фотоға ла төшә. Һомайҙы күреп ҡалырға теләүселәрҙе З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте майҙансығына саҡырабыҙ. Һомай образында - нәшриәттең балалар әҙәбиәте редакцияһының мөхәррире Зөһрә Рәхмәтуллина һәм балалар әҙәбиәте редакцияһының бүлек мөдире Теләмова Әлфиә Ғәлимйән ҡыҙы балалар өсөн күңелле уйындар, саралар ойоштора!

