"Минең икенсе әсәйем" конкурсында ҡатнашыусылар иғтибарына! — 6 мая 2026 г. в 13:41:11.540
"Минең икенсе әсәйем" конкурсында ҡатнашыусылар иғтибарына! ❓Алда көткән йәй миҙгеле менән бәйле, тәрбиәселәрҙән күпләп һорауҙар килә. "Отпуск ваҡытында ни эшләргә, ағымдағы айҙа сара үткәрә алмаһам, конкурстан төшөп ҡаламмы?" - тип һорай улар. ❗️Юҡ, конкурстан төшөп ҡалмаясаҡһығыҙ. Әгәр киләһе айҙа отпуск көтөлә, йә балалар баҡсаһы ремонтҡа ябыла икән - беҙгә алдан хәбәр итегеҙ. Һәм, йәнә эшкә сыҡҡас, ике ай темаһына ике сара үткәреп, төркөмгә ебәреп ҡуйырһығыҙ. ❓"Кемдәр киләһе этапҡа үткәнен ҡайҙан белергә?" - тигән һорау ҙа булды. ❗️Бар тәрбиәселәр ҙә һәр этапты үтергә тейеш. Үтелгән этап эштәре буйынса баһалама ағзалары еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. ❓"Конкурста ҡатнашыусыларға сертификат тапшырыламы?" - тип тә һоранылар. ❗️Әлбиттә! Һәр тәрбиәсегә "Аҡбуҙат" журналынан электрон сертификат ебәреләсәк! Һорауарығыҙ булһа, яҙығыҙ! Яуап бирербеҙ.

