Ижади коллектив етәкселәренә - дәүләт наградалары! — 29 июня 2026 г. в 11:04:33.376
Ижади коллектив етәкселәренә - дәүләт наградалары! 29 июнь көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусы ижади коллектив етәкселәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: күләмле сара үткән аҙнала баш ҡалабыҙҙа үтте һәм бөтә Рәсәй буйынса меңдән ашыу баланы йыйҙы. Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарына Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Вәсил Баймырҙин, Өфө районы Шамонин ауылының "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин һәм Баҡалы районынан "Уралым" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рөстәм Ханнанов лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһынан һуң Ханнановтарҙың музыкаль ғаилә ансамбле сығыш яһаны. Шулай уҡ Фольклориаданың тағын бер ҡатнашыусыһы - 15 йәшлек Азамат Ханнанов ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙе һәм оҙон көй башҡарҙы. Радий Фәрит улы матур сығыштары өсөн уларға рәхмәт һүҙен еткерҙе. Афарин! Ҡотлайбыҙ! 💥

