Башҡортостан – ҡурай иле! — 26 июня 2026 г. в 09:34:16.378
Башҡортостан – ҡурай иле! Әлеге ваҡытта Өфөлә шаулап-гөрләп барған III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында Башҡортостан исеменән 3 ижади коллектив һәм 2 солист сығыш яһай. Шуларҙың береһе – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙһәм Исҡужин исемендәге Өлгөлө ҡурайсылар ансамбле. Төркөм 2004 йылда барлыҡҡа килә. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов ойоштора. Төркөмгә 1961–1996 йылдарҙа ошо гимназияла эшләгән һәм бик күп баланы ҡурайҙа уйнарға өйрәткән данлы педагог Әҙһәм Исҡужиндың исеме бирелә. Шафиҡов үҙе лә 1-се гимназияны тамамлаған һәм заманында Әҙһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән. Әлеге ваҡытта төркөм менән БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбле артисы Вәсил Баймырҙин етәкселек итә. Коллектив төрлө концерттарҙа сығыш яһай, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм алдынғы урындар яулай. Коллективта 22 уҡыусы шөғөлләнә. Төп составты 11 кеше тәшкил итә. Ансамбелдең сығышына "❤" ҡуйырға онотмағыҙ! Афарин, егеттәр! #ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура #ГРДНТ #ГодединстванародовРоссии

