"Беҙгә Урал тауҙары, мәмерйәләр оҡшаны!" — 25 июня 2026 г. в 12:36:52.177
"Беҙгә Урал тауҙары, мәмерйәләр оҡшаны!" Бөгөн, 25 июнь, ҡала парктары төрлө милләт балаларының йыр-моңо, дәртле бейеүҙәренән гөрләп тора. Иван Якутов исемендәге паркта сығыш яһарға әҙерләнеүсе Калининград өлкәһенән "Задоринки" фольклор балалар ансамбле менән әңгәмә ҡороп өлгөрҙөк. "Беҙгә Өфө бик оҡшаны. Башҡортостан республикаһының Милли музейында булдыҡ. Тауҙар, мәмерйәләр, башҡорт йолалары оҡшаны", - тине балалар.

