Видеоны аҙағына тиклем ҡарағыҙ - ул һеҙгә шәп кәйеф бүләк итер! — 25 июня 2026 г. в 13:12:15.947
Видеоны аҙағына тиклем ҡарағыҙ - ул һеҙгә шәп кәйеф бүләк итер! Бөгөн, 25 июнь, III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сиктәрендә Өфөнөң Иван Якутов паркы майҙансығында Вологданан "Журавлик" фольклор ансамбле лә сығыш яһаны. Беҙ уларҙың репетиция барышын видеоға төшөрөп алдыҡ. Сағыу тауышлы был ихлас балалар янынан тыныс ҡына үтеп китә алманыҡ. Сирек быуатлыҡ тарихы булған коллектив бөгөн өфөлөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын Рәсәй төньяғының быуаттар төпкөлөнән үҙгәрешһеҙ һаҡлана килгән мәҙәниәте менән таныштырҙы.

