ӘТӘС МЕНӘН ТӨЛКӨ — 2 июля 2026 г. в 14:40:11.918
ӘТӘС МЕНӘН ТӨЛКӨ (Шотланд әкиәте) Бер ваҡыт ялтлап торған алтын тунлы хәйләкәр төлкө, тау итәгенән фермерҙың кәртәһенә килеп төшкән дә, һимеҙ генә әтәсте эләктереп, кире урманға ҡасҡан, ти. Әлбиттә, хужалыҡта тауыш ҡупҡан. Барыһы ла төлкө артынан сығып йүгергән. Ә төлкө, әтәсте тештәре менән ныҡ ҡына тешләп алған да, алға йүгерә, ти. Алтын тараҡлы әтәс, әлбиттә, төлкөгә төшкө аш булғыһы килмәгән. Һәм унан нисек ысҡынып ҡасыу юлын уйлай башлаған. - Иҫәр ҙә инде һинең артыңдан ҡыуа төшөүселәр. Ғүмерҙә лә һине ҡыуып етә алмаясаҡтар бит инде! - ти икән әтәс. Төлкөгә был һүҙҙәр бик оҡшап ҡалған. Үҙе хәйләкәр булһа ла, маҡтағандарын бик ярата икән. Ә әтәс үҙенекен дауам иткән: - Һинең артыңдан ҡыуып килһәләр ҙә, өйөрҙәре менән "Туҡта, бур!" - тип ҡысҡырыуҙары килешеп етмәй... ❗Дауамын сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/ki-t-ilen-s-y-kh-t/2026-07-02/t-s-men-n-t-lk-4739421

