Ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ!💥 — 3 июля 2026 г. в 08:31:41.913
Ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ!💥 Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыусылар бүләкләнде. "Өфөлә меңдән ашыу бала йыйылды. Бөгөн, ниһайәт, һуңғы команда тыуған төбәгенә ҡайтып етте. Фольклориаданың юғары кимәлдә үтеүендә һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур. Баш ҡалабыҙ төрлө милләттәр дуҫлығын нығытыусы бер усаҡҡа әүерелде. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр волонтер, куратор, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, врачтар, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләүселәр һәм башҡалар - һәр береһенең балаларға ҙур һөйөү менән ҡарауы, үҙ эшен матур итеп башҡарыуы һиҙелде", - тине Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев. III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүселәр Рәхмәт хаттары менән дә бүләкләнде. Тәбрикләнеүселәр араһында "Аҡбуҙат" журналының булыуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс! Ҙур сара ваҡытында төркөмдә һалып барған яҙмаларыбыҙ һеҙгә лә оҡшағандыр тип ышанабыҙ!

