МИН ҮҪӘМ! — 16 июля 2026 г. в 13:19:40.411
МИН ҮҪӘМ! Түтәлдә үҫә йәшелсә, Ағас башында - емеш, Картуф, кишер - ер аҫтында, Сирәмдә - бәпкә-себеш. Балыҡ, тәлмәрйен - тик һыуҙа, Ҡоштар үҫә һауала. Тик мин генә бирешмәйем, Үҫә бирәм ҡайҙа ла: Ағасҡа ла үрмәләйем, Ҡыйыҡтан осоп төшәм, Һыуҙа йөҙәм, сабам ерҙән, Ә үҙем һаман үҫәм! Рәмзәнә АБУТАЛИПОВА. Фото: Зиннур БОҪҠОНОВ
155 просмотров

