Урал батыр ҡунаҡҡа саҡыра! — 15 июля 2026 г. в 14:01:25.460
Урал батыр ҡунаҡҡа саҡыра! Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосына иғтибар бермә-бер артты. Урал, Шүлгән, Һомай, Аҡбуҙат балаларҙың яратҡан геройҙарына әйләнде. Тап ошо геройҙар арҡылы кескәйҙәр күңелендә мәҙәниәтебеҙ, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу маҡсатында интерактив уйындар менән әҙерләнгән шәп китап тәҡдим итәбеҙ! Рәссам Артур Вәсилов һүрәттәре менән биҙәлгән был мауыҡтырғыс китап һәр бала йөрәгенә һис шикһеҙ асҡыс табасаҡ! Китап махсус интерактив өҫтәлмә менән әҙерләнгән. Балалар телефон аша QR-ҡа инеп, башҡортса уйындар ҙа уйнай ала. Унда "Урал батыр" эпосы геройҙары буйынса махсус онлайн уйындар төшөрөлгән. "Урал батырҙа ҡунаҡта" китабын Ленин урамында урынлашҡан магазинда һатып алырға була!

