Баш ҡалабыҙ өҫтөндә - Аҡбуҙат!
Баш ҡалабыҙ өҫтөндә - Аҡбуҙат! Кисә эңер ваҡытында офоҡта ҡанатлы атҡа оҡшаған һынланыш барлыҡҡа килде. Өфөнөң төрлө райондарында йәшәүселәр, уны фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалды. Аҡбуҙат - изгелек, яҡтылыҡ билдәһе. Баш ҡалабыҙ өҫтөндә барлыҡҡа килгән ҡанатлы ат яҡшы үҙгәрештәргә ишара булһын, Амин!
328 просмотров