УЙБАЙ — 29 июля 2026 г. в 12:29:15.619
УЙБАЙ Башҡортса әкиәттәр Йәшәгән, ти, Уйбай исемле бәләкәс кенә ҡырмыҫҡа. Ата-әсәһе, улдары аҡыллы булһын тип, уға ошо исемде ҡушҡандарҙыр. Үҫә килә малай, ысынлап та, бик уйсан булып киткән. Бәләкәс кенә башында уйҙар шул тиклем күп булған. Бер-бер артлы сиратҡа теҙелеп кенә торғандар, ти. Уйҙарының яҡшыһы ла, яманы ла килеп сыҡҡан. Бер береһе менән бәхәсләшеп тә китәләр, ти. Уларҙың был ҡылығына малай: — Уууй-бааай!.. – тип аптырап та ҡуйған ҡайһы мәл. Бер заман малайҙың башындағы уйҙар ике төркөмгә бүленеп киткән – «Яҡшы» һәм «Яман». Яман уйҙар яҡшыларын ҡыҫырыҡлап сығарырға уйлаған.... Зөбәржәт ЯҠУПОВА, Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА. ❗Дауамын сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/ki-t-ilen-s-y-kh-t/2026-07-29/uybay-4766410

