6 йәштән йөҙөү менән шөғөлләнеү алтын миҙалға алып килгән! — 1 августа 2026 г. в 10:37:42.879
6 йәштән йөҙөү менән шөғөлләнеү алтын миҙалға алып килгән! 🎉 Диана Исакова - триатлон буйынса Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһының беренсе еңеүсеһе! Мәскәүҙән Диана Исакова 1,5 километр алыҫлыҡҡа йөҙөп, 40 саҡрымды велосипедта үтеп, 10 километр йүгереп, ике сәғәткә лә етмәй финишҡа килеп етте. Диана Краснотурьинск ҡалаһында тыуған. 6 йәшенән йөҙөү менән шөғөлләнә башлай. Әйткәндәй, әсәһе - еңел атлетика буйынса халыҡ ара класлы спорт мастеры. Шулай уҡ Волгоград өлкәһенән Валентина Рясова көмөш, Мәскәү ҡалаһынан Яна Ченская бронза миҙалға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! 💫 Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

