Беҙҙең әүҙем хәбәрселәр - "Аҡбуҙат" та ҡунаҡта! — 28 августа 2026 г. в 09:56:42.201
Беҙҙең әүҙем хәбәрселәр - "Аҡбуҙат" та ҡунаҡта! Бөгөн журналыбыҙҙың әүҙем хәбәрсеһе, "Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы Азалия Фаздалова һеңлеһе Риана менән редакцияға ҡунаҡҡа инеп сыҡты. Илештән килгән ҡыҙҙарыбыҙҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы бүләк иткән ултырғыстарға ултыртып, фотоға төшөрҙөк👍 Һомайҙың йондоҙҙары бит улар!

